
МХО-ға яуымбайҙар әҙерләгән бүләк
МХО-ла хеҙмәт итеүсе егеттәребеҙҙең көнитмеше яҡшырһын өсөн тигән маҡсатта Яуымбай ауылы фермеры Фирғәт Хәйбуллин етәкселегендә ауыл халҡы тағы бер мунса эшләтеп ылау менән оҙатыуға әҙерләне. Үҙе әҙерләгән мунсаны Фирғәт МХО-ла хеҙмәт иткән егеттәрҙең үҙҙәренә алып барып ҡайтырға ниәтләй. Хәйерле юл теләйек уңған фермерыбыҙға!









