08 декабрь Байназар мәҙәниәт йорто һәм библиотека хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, «Ватаныбыҙ батырҙары» көнөнә арналған, «Һалдат әсәһе» исемле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Был сарала МХО ла хеҙмәт итеүсе һалдат әсәләре, Дәүләт «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторы Мәүсилә Ямғурсина, ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсе Әлфир Йосопов,хәрби иҫәп буйынса белгес Гүзәл Аҙанғолова ҡатнашты.
Сара алдынан ауылыбыҙҙың имам хатибы Урал Маликов хеҙмәт итеүсе егеттәребеҙгә,имен аман йөрөп ҡайтыуҙарын теләп аят бағышланы. Кисәбеҙҙә ҡатнашҡан барлыҡ әсәләрҙә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап алғандыр тип ышанғы килә, килгән ҡунаҡтарға, барыһына ла ҙур рәхмәт,эштәрендә,тормоштарында уңыштар,илебеҙгә тыныслыҡ килһен тип теләйбеҙ.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *