11 сентябрь Бөтә донъя эскелеккә ҡаршы һәм айыҡ йәшәү рәүешен популярлаштырыу көнө уңайынан йәштәр эше буйынса белгестәр Маликов У. Ә. һәм Иманғолова Д.Э. Байназар урта мәктәбенең 8 Б синыфы (етәксеһе Аебаева Г. Р.) уҡыусылары өсөн «Эскелек хурлыҡ — айыҡлыҡ ҙурлыҡ» тип аталған иҫкәрмә — дәрес үткәрҙеләр.
Сарала эскелектең зыяны, төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе булыуы тураһында әңгәмә ойошторолдо. Был насар ғәҙәткә бер ҡасанда өйрәнмәҫкә кәңәштәр бирелде. Артабан уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алдылар һәм эскелек тураһында башҡорт халыҡ мәҡәләләрен дөрөҫ итеп төҙөнөләр.
#ДеньТрезвости#МыЗаЗОЖ#МолодежьБурзяна












