ППМИ-2020

DSC05609DSC05621DSC05623DSC05637Урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу проекты буйынса 22 ноябрь көнө Яуымбай ауылы мәҙәниәт йортонда дөйөм йыйылыш үткәрелде. Йыйылышта район хакимиәте вәкиле — район советы секретары Хәнифә Кәбир  ҡыҙы Вәлиева, район советы депутаты — Сәйәхов Баязит Ғәбдинур улы ҡатнашты. Йыйылыш барышында халыҡ бик әүҙем ҡатнашып, тәҡдимдәр менән сығыш яһанылар. Программала ҡатнашырға тип бер тауыштан ҡул күтәреп тауыш бирҙеләр.  Яуымбай ауылы халҡы спорт һәм уйын майҙансығы төҙөү тигән тәҡдимде бойомға ашырырға тигән ҡарарға килде. Һәр бер урамдан инициатив группаға икешәр кеше ҡуйырға тигән тәҡдим булды һәм барлығы 9 кешенән торған инициатив группа төҙөлдө. Инициатив группаның рәйесе итеп бер тауыштан Ғиззәтуллин Фаяз Бирғәле улы һайланды. Программала ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләү башланды.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *