ППМИ-2024 старт алды.

Башҡортостанда Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы старт алды. Был программаның үҙенсәлеге шунда: төрлө социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе һәм инфраструктура проблемаларын хәл итеүҙә кешеләр үҙҙәре инициатива күрһәтеп, урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләп кенә ҡалмай, ә халыҡтан йыйылған, спонсорҙар биргән һәм бюджеттан бүленгән аҡсаны контролдә тотоуҙа туранан-тура ҡатнаша. Проект шулай уҡ бизнес вәкилдәре, юридик һәм физик шәхестәр ҡатнашыуы менән дә әһәмиәтле. Аҡсалата ярҙамдан тыш, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары төҙөлөш ваҡытында кәрәкле техника йәки материал менән тәьмин итә ала.

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы Байназар ауылы биләмәһендә лә әүҙем тормошҡа ашырыла. Программа сиктәрендә халыҡ төрлө проблемаларҙы күтәреп, урындағы хакимиәт, ауыл халҡы, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итеп республика хөкүмәтенән ярҙам ала. Киләһе йылда ла, Байназар ауыл биләмәһе урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашырға иҫәп тота, Ҡурғашлы ауылы халҡы инициатива белдереп, программала ҡатнашырға теләктәрен еткерҙе. Ҡурғашлыларға уңыштар теләйбеҙ!

Байназар ауылы биләмәһе был программа 2014 йылдан алып йыл һайын ҡатнашып килә, ике йыл рәттән Мораҙым ауылы менән еңеп сығыуға өлгәшеп, урамдар яҡтыртылды һәм зяырат кәртәһе алыштырылды.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.