Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Алтыншина Л. О. һәм Өмөтҡолов Р.Р. мәктәп уҡыусылары менән осрашыу үткәрҙе.
Юл хәрәкәте һағында тороусылар уҡыусыларҙы законға ярашлы эш итергә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл башҡарырға һәм хәүефһеҙлек сараларын иҫтән сығармаҫҡа саҡырҙы. Законды боҙған осраҡтағы яуаплылыҡ һәм штрафтар менән таныштырҙы.










