Башҡорт телендә диктант яҙҙыҡ. Йыл һайын республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән башҡорттарҙы ғына түгел, ә сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе лә бергә туплаған башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу күптән матур йолаға әйләнде. Беҙҙең Байназар ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте лә был акцияға ихлас ҡушылды. Бөгөнгө матур сараның Милли кейем көнөнә тап килеүе бигерәк тә күркәм бер байрамға әйләнде. #БашҡортТелендәДиктант#ДиктантПоБашкирскомуЯзыку










