09 декабрь көнө Байназар ауылы халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға — көтөп алған спорт майҙансығын асыу тантанаһы үтте. Был майҙансыҡты байназарҙар «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңгән аҡсаға төҙөткән.
Байрам сараһы республика көнөнә, райондың 95 йыллығына арналған концерт менән үрелеп барҙы.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары В.Вәлиева халыҡты майҙансыҡ асылыу, республика көнө менән ҡотлап, район мәнфәғәте өсөн тырышып эшләгән хеҙмәт ветерандарына район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы, ауыл хакимиәте башлығы Н.Әминев майҙансыҡтың файҙаһын күреп, оҙаҡ йылдар ҡәҙерләп тотоноуҙарын теләне.
Сараға йыйылған халыҡ ауылдың вокаль, бейеү ансамблдәренең, йырсыларының сығыштарын ҡарап кинәнде, балалар өсөн төрлө ярыштар, уйындар ойошторолдо.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *